БАШҠОРТ ҒӘСКӘРЕ, 1918 й. — 1919 й. мартында Башҡорт хөкүмәтенең ҡораллы көстәре. Б.ғ. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайының 1917 й. 20 дек. резолюцияһына ярашлы Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге мөдире Ә.Ә.Вәлидов етәкс. ойошторола. 1918 й. февр. башҡорттарҙы Б.ғ. мобилизациялау Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты рәйесе бойороғо б‑са Башҡ. хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларын ҡулға алыу сәбәптәренең береһе була. Март айына ҡарай Орск өйәҙендә ойошторолған беренсе башҡ. полкы Ҡыҙыл гвардия һәм эшселәр отрядтары тарафынан таратыла, уның хәрби хеҙм‑рҙәренең бер өлөшө үлтерелә (ҡара: Баймаҡта башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу). Граждандар һуғышы барышында Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһының бер өлөшөндә совет власы ҡолағас һәм Башҡ. хөкүмәте эшмәкәрлеге тергеҙелгәс, июндә мосолман халҡын яңынан мобилизациялау башлана. Мобилизацияны һәм Б.ғ. структураһын төҙөүҙе тиҙләтеү б‑са сараларҙы координациялау маҡсатында Башҡорт хәрби шураһы һәм кантон хәрби башлығы идаралыҡтары (хәрби‑полиция функцияларын үтәүсе) ойошторола. Б.ғ. иррегуляр отрядтарҙан (ҡара: Башҡорт ирекле отрядтары), регуляр пехота (12 окт. алып уҡсылар) һәм кавалерия полктарынан тора. Июлдән Б.ғ. 5 Башҡ. пехота полкы һәм Башҡ. кавалерия полкы инә, сент. был полктар Башҡорт айырым корпусы (окт. Башҡорт айырым уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә, 1919 й. ғин. — Башҡорт корпусы) составында була. Июлдә Башҡ. хөкүмәте һәм Ваҡытлы Себер хөкүмәте араһындағы килешеү б‑са Б.ғ. үҙ идаралығы булған, ләкин оператив яҡтан Себер армияһы штабына буйһонған айырым хәрби берәмек итеп таныла. Сент. Б.ғ. регуляр көстәре Халыҡ армияһы составында хәрәкәт итә, сент.—окт. — Рәсәй армияһында. Б.ғ. Һамар губернаһы, Ырымбур һәм Өфө губ. терр‑яһында РККА‑ға ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша. 1919 й. февр. аҙағында — март башында Б.ғ. (6,5 мең кеше) Башҡ. хөкүмәте бойороғо б‑са үҙ нигеҙендә айырым Башҡ. армияһын төҙөү шарты м‑н РККА составына инә (ҡара: “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”). РККА‑ның Беренсе армияһы етәкселеге тарафынан был шартты боҙоу һәм репрессиялар (башҡ. һалдаттарының ҡоралһыҙландырыуҙан һәм дөйөм нигеҙҙә РККА полктарына бүлеп таратыуҙан баш тартыуҙарына ҡаршы) башҡ. һалдаттарының күптәренең Рус армияһы составына күсеүенә (1‑се Башҡ. уҡсылар полкының 2‑се батальоны, 1‑се Башҡ. кавалерия полкы һәм 2‑се Башҡ. кавалерия полкының 3‑сө эскадроны) килтерә. Совет командованиеһы шәхси хәүефһеҙлек вәғәҙә иткәндән һуң, уларҙың бер өлөшө РККА‑ға кире ҡайта һәм башлыса Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә. Б.ғ. 2 мең элекке хәрби хеҙм‑ре (лидерҙары — М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев һәм Ғ.Ғ.Тағанов) 1920—22 йй. Алыҫ Көнсығыштағы аҡ эмиграцияға ҡушыла. Б.ғ. командующийы — Вәлидов.

Әҙәб.: Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002.

Р.Н.Рәхимов, Р.С.Таймасов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика