БАШҠОРТ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, РККА‑ла, Петроградта РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л.Д.Троцкийҙың 1919 й. 7 окт. бойороғо б‑са Көнсығыш фронттан һәм Көньяҡ фронттан килгән хәрби частар нигеҙендә ойошторола. Тәүҙә төркөм составына 3‑сө Башҡ. кавалерия полкы (360 штык, 240 ҡылыс), 3‑сө Башҡ. уҡсылар полкының 3‑сө батальоны (575 штык), Башҡ. айырым артиллерия дивизионы (3 батарея), 3‑сө Башҡ. уҡсылар полкының 2‑се (окт. аҙағынан) һәм 1‑се (3 нояб. алып) батальондары инә. 17 окт. алып Көнбайыш фронттың 7‑се армияһы 6‑сы уҡсылар див., 22 окт. — С.И.Одинцовтың удар төркөмө составында хәрәкәт итә. Петроградты обороналауҙа, Павловск, Гатчина, Ямбург ҡҡ. алыуҙа ҡатнаша. 9 нояб. Б.ғ.т. частары (3‑сө Башҡ. кавалерия полкынан тыш) фронттан РСФСР м‑н Финляндия сигенең Карел участкаһына, төркөм штабы — Петроградҡа йүнәлтелә. Ҡалаға килгәндән һуң, Б.ғ.т. штабы таратыла. Төркөм нач.: Х.Ф. Әлишев. 1919 й. окт. аҙағына Көньяҡ фронттан башҡ. ғәскәри частарын күсергәндән һәм Башҡ. республикаһынан өҫтәлмә ғәскәр килгәндән һуң, Петроградта яңы составтағы Б.ғ.т. ойошторола, уға Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы инә. Төркөмдөң личный составы өсөн уртаһында йондоҙ һәм ярым ай төшөрөлгән ҡыҙыл уҡалы йәшел ромб рәүешендәге һул еңгә беркетелеүсе айырма билдәһе индерелә. 1919 й. 1 дек. ҡарата Б.ғ.т. иҫәбе 8295 кеше тәшкил итә, һуғыштарҙағы юғалтыуҙар — 2142 кеше (нигеҙҙә, яралылар). Б.ғ.т. командующийы — А.М.Ахлов. Декабрҙә Башҡ. респ. Хәрби эштәр б‑са ХК бойороғо м‑н Петроградта Фронттарҙағы башҡ. ғәскәрҙәре эштәре б‑са вәкилдәрҙең революцион советы (рәйестәре: 1919 й. дек. алып Ахлов, 1920 й. февр.—июнендә Ф.Ә. Әхмәҙуллин) ойошторола, ул артабан Б.ғ.т. м‑н етәкселек итә. 1920 й. май аҙағында Башҡ. айырым уҡсылар бригадаһы РСФСР‑ҙың Латвия м‑н дәүләт сиге һағына күсерелә; Башҡ. айырым кавалерия див. частары 1‑се Башҡ. кавалерия полкына берләштерелә, ул майҙа Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә. Петроградты обороналау һәм ген. Н.Н.Юденич армияһын ҡыйратыу барышында күрһәткән батырлығы өсөн рәхмәт билдәһе итеп 1920 й. 18 февр. Петроград эшсе һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы Б.ғ.т. Ҡыҙыл Байраҡ (Милли музейҙа һаҡлана) тапшыра.

Әҙәб.: Ибраhимов Ғ. Петроград өсөн көрәштә башҡорттар //Ватандаш. 1997. №2; Мортазин М.Л. Әҫәрҙәр: очерктар, повесть, мәҡәләләр, документтар һәм фотолар. Өфө, 1994; Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012.

Р.Х.Насиров, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика