БАШҠОРТ БАРМАҒЫ, Б а р м а ҡ, Сик ауыл, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 120 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Сик й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 156 кеше; 1920 — 215; 1939 — 268; 1959 — 221; 1989 — 128; 2002 — 117; 2010 — 95 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Ырымбур өлкәһе Үҫәргән улусы Мәмбәтша а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бармаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Бармаҡ Алдаҡаев исеме м‑н аталған. 1866 й. 17 йортта 88 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика