БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Үтәгән а. — 30.4.2010, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (2005), БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1964), 1968 й. алып шунда уҡ эшләй (1982 й. башлап башҡ. әҙәбиәте һәм фольклоры каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1994 й. алып “Йәдкәр” ж. баш мөхәррире. Һуғыштан һуңғы башҡ. прозаһы т‑да “Эҙләнеүҙәргә сик юҡ” (“Поискам нет конца”; 1980), башҡ. романистикаһы тарихы һәм теорияһы проблемалары хаҡында “Жанр яҙмышы” (“Судьба жанра”; 1984), 20 б. 20—30‑сы йй. башҡорт әҙәбиәте үҫешенең үҙенсәлектәре т‑да “Өлгөргәнлеккә аҙым” (“Шаг в зрелость”; 1975) монографиялары авторы. 20 б. һуңғы ун йыллыҡтары башҡ. әҙәбиәтенә арналған “Ижади биҙәктәр” (1977), “Башҡорт тарихи-революцион романы” (“Башкирский историко‑революционный роман”; 1980), “Инештәр һәм сығанаҡтар” (“Истоки и устья”; 1993) хеҙмәттәре авторы. 6 томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе, башҡ. әҙәбиәте б‑са дәреслектәр авторы. Б. ижады күтәрелгән проблемаларҙың киҫкенлеге һәм яңылығы, сағылдырылған материалдың үҙенсәлекле һәм тормошсан булыуы м‑н айырыла. Уның “Сарсау” (1980), “Бикле хазина” (1982) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре, “Ҡайтырбыҙ һалдат булып” (1986) повесы, “Яуап бирер көн” (1989) романы геройҙарына рухи‑әхлаҡи эҙләнеү тәрәнлеге, ғәҙеллеккә, әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылыу хас. Башҡорт милли хәрәкәтенә һәм уның етәкс. Ә.Ә.Вәлидовҡа арналған “Сыбар шоңҡар” (1997) тарихи‑документаль романы авторы. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1997).

Әҫәрҙ.: Төштәр ҡабатланмай. Өфө, 2007; Позднее раскаяние: повесть и рассказы. М., 1988; Великие лики и литературные памятники Востока. Уфа, 2005.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика