БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО, урта урыҫ тоҡомло бал ҡорттарының башҡ. популяцияһы. Башҡа тоҡомдарҙан ҡараһыу һоро төҫө һәм эрерәк булыуы м‑н айырыла. Тән оҙонлоғо (мм): эшсе ҡорттарҙыҡы 12—14, әре ҡорттарҙыҡы 15—17, инә ҡорттарҙыҡы 20— 25. Мороно ҡыҫҡа (5,7—6,3 мм). Ауырлығы (мг): йәш ҡорттарҙыҡы (кәрәҙ күҙәнәгенән сыҡҡан ваҡытта) яҡынса 105—110, әре ҡорттарҙыҡы 210—250, аталанмаған инә ҡорттоҡо 190— 200, йомортҡа һалыу осоронда аталанған инә ҡорттоҡо 300‑гә тиклем һәм унан күберәк. Б.б.ҡ. күс айыра, күстең айырылыр алдынан булған торошона бал ҡорто ғаиләләренең 80%‑ҡа тиклеме килеп етә; йомортҡа һалына торған инә ҡорт күҙәнәге һаны 5—7, ҡайһы осраҡта 20‑гә тиклем. Ҡышҡа сыҙамлылығы юғары, осмайынса умартала 6—7 ай торорға һәләтле булыуы, бал ҡорто ауырыуҙарына (варроатоз, европа сереге, нозематоз һәм япраҡ токсикозы) сыҙамлылығы м‑н айырыла. Монофлор типтағы (йүкә, ҡарабойҙай) бал йыйыуға яраҡлашҡан һәм күп миҡдарҙа бал йыя (ҡара: Умартасылыҡ). Б.б.ҡ. үҙенсәлеге — оя өҫтөндә өҫтәмә бал запасы туплау. Төп бал йыйыу осоро етеү м‑н, бал ҡорттары умарталарҙың 2‑се корпусын йәки өҫтәмәләрҙе бал м‑н тултыра; буш кәрәҙҙәр булмаған осраҡта мисәтләнмәгән йәш үрсемгә нектар ҡоя. Бал ҡорттары баллы кәрәҙ күҙәнәктәрен мисәтләгәндә бал һәм балауыҙ ҡапҡасы араһында һауа ҡатламы ҡалдыра (ҡоро мисәтләү). Бындай кәрәҙҙәр аҡ төҫтә була, был балдың юғары сифатлы булыуын күрһәтә. Балауыҙ биреүсәнлеге һәм һитә әҙерләү күләме б‑са Б.б.ҡ. бөтә тоҡомдарҙы ла уҙып китә. Тәбиғи һәм яһалма йәшәү урындарында (ағас ҡыуышы, солоҡ, түмәр умарта), Бөрйән р‑нында һәм уның м‑н сиктәш Белорет, Ишембай, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, ш. уҡ Тәтешле һәм Яңауыл р‑ндарында ҡайһы бер умарталыҡтарҙа һаҡланып ҡалған. Б.б.ҡ. Умартасылыҡ б‑са 20‑се халыҡ-ара конгреста (Бухарест, 1965) көмөш миҙалға лайыҡ була. Б.б.ҡ. биол. һәм морфол. үҙенсәлектәрен Ленин ис. Бөтә союз а.х. фәндәре акад. (В.В.Алпатов, Г.А.Кожевников) ғалимдары өйрәнә, комплекслы тикшеренеүҙәр Аграр университетта (М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, Д.Т.Шакиров, И.В.Шафиҡов), Башҡ‑н умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгендә (Ә.М.Ишемғолов, Р.З.Исҡужин, Н.В.Хәйруллин), Шүлгәнташ ҡурсаулығында (М.Н.Косарев, Г.А.Чиглинцев һ.б.) һәм Умартасылыҡ станцияһында (М.М.Аҡсурин, В.Н.Власов, Е.М.Петров һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Петров Е.М. Башкирская бортевая пчела. Уфа, 1981; Шакиров Д.Т. Пчеловодство Башкирии. Уфа, 1988.

И.В.Шафиҡов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика