БАЙЫМБӘТОВ Альберт Апуш улы (27.11.1938, Приморье крайы Благодатное а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 1969 й. тиклем БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү социологияһына, йәштәрҙең соц. проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Сущность и причины антиобщественных явлений. Уфа, 1990; Молодёжь в кризисном социуме. М., 1998 (авторҙ.).

Ә.Ә.Әхмәҙиев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Яндекс.Метрика