БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттарынан. Тархан. Ш. уҡ улустың старшинаһы. 6 мең баш тирәһе йылҡыһы булған. Бер нисә тимер мәғдәне ятҡылығын, ш. иҫ. Магнит тауын, беренсе булып асыусы (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). 1755 й. Ырымбур губернаһы Ҡыҙыл ҡәлғәһендә сик хеҙмәтен үтәй, бында ул, башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм язалауҙарға дусар ителә. 1773 й. аҙ. — 1774 й. башында ихтилалға ҡушыла. Пугачёв хәрби коллегияһы тарафынан Башҡортостан судьяһы итеп тәғәйенләнә. 1774 й. ҡыш—йәйендә Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе) эргәһендә эш итә, майҙа Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Троицк ҡәлғәһе янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Әбйәлил р‑нындағы Байым а. уның исеме бирелгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика