БЕЛОРЕТ ХАЛЫҠ АКАДЕМИЯ ХОРЫ. 1971 й. Белорет ҡ. Мәҙәниәт һарайында ойошторола. 1987 й. “халыҡ” исемен ала. РФ‑тың атҡ. халыҡ ижады коллективы (2015). Составына 16—80 йәштәге 20‑нән ашыу кеше инә. Репертуарында урыҫ, сит ил, ш. уҡ совет һәм хәҙерге композиторҙарҙың классик әҫәрҙәре, халыҡ һәм дини йырҙар, ш. иҫ. П.И.Чайковскийҙың “Йоҡоһоҙ төн” (“Всенощное бдение”) әҫәре, М.И.Глинканың “Руслан һәм Людмила” (“Руслан и Людмила”) операһынан күренештәр һ.б.; Г.Ф.Пономаренконың С.А.Есенин шиғырына “Үкенмәйем, саҡырмайым, иламайым” (“Не жалею, не зову, не плачу”), Глинканың А.С.Пушкин шиғырына “Хәтерләйем мин ғәжәп бер миҙгелде” (“Я помню чудное мгновенье”) һ.б. романстары; М.Г.Фрадкиндың Е.А.Долматовский шиғырына “Ә йылдар үтә” (“А годы летят”), Е.Г.Мартыновтың Р.И.Рождественский шиғырына “Дуҫтар осрашыуы” (“Встреча друзей”), Л.В.Афанасьевтың И.Д.Шаферан шиғырына “Зәңгәр күлдәргә ҡарайым” (“Гляжу в озёра синие”) һ.б. йырҙары; урыҫ халыҡ йырҙары “Далала дала” (“Степь да степь кругом”), “Киске сың” (“Вечерний звон”) һ.б. йырҙар бар. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1985), респ. шиғриәт һәм музыка (1991), “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”, Белорет, 2002 й. һәм 2008 й. — Гран-при; 2013, 2016), “Дуҫлыҡ сәскәлеге” (“Соцветие дружбы”, 2003), “Башҡортостан – Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”, 2005, 2009), “Еңеү салюты” (“Салют Победы”, 2010, 2015; бөтәһе лә — Өфө) хор һәм вокаль ансамблдәр фестивалдәре, Бөтә Рәсәй хор фестиваленең төбәк (Өфө) һәм округ (Түб. Новгород ҡ.) этаптары (2016) һ.б. лауреаты. Нигеҙ һалыусыһы — Н.А.Лобков; художество етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.Б.Михайлов, А.Т.Гайдаренко.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 Текст на русском языке