ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы (22.3.1949, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Мишкә а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2011), проф. (2012). БДУ‑ны (1972), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған. 1966 й. алып Наурыҙ урта мәктәбендә эшләй, 1975 й. — ВЛКСМ ҡала ком‑тының 2‑се секретары, 1978 й. — Пионерҙар йорто дир., 1983 й. — КПСС ҡала ком‑тының бүлек мөдире, секретары,  1991 й. башлап Учалы ҡ. һәм Учалы р‑ны хакимиәтендә эшләй. 1997 й. алып Өфөлә: Башҡ‑н Мәғарифты үҫтереү ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1999 й. — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма ком‑ты секретары, 2000 й. — рәйес урынбаҫары. 2001 й. башлап Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. дәүләт һәм муниц. хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү ф‑ты деканы урынбаҫары, 2002 й. — деканы, 2009 й. алып уҡытыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре хәҙерге Рәсәй милли мәҙәниәте проблемаларына, дәүләт һәм муниц. хеҙмәттең әхлаҡи нигеҙҙәренә һ.б. арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нравственные традиции как духовная основа общества: философское постижение культуры народов Урало-Поволжья. Уфа, 2009; Духовно-нравственная традиция в социокультурном развитии. Уфа, 2011; Политическая модернизация в современной России: тренды, инновации, противоречия. Уфа, 2016 (авторҙ.).