ВИЛДАНОВА Олия Ғәле ҡыҙы (21.11.1958, Ленинград), балет артисы, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2013). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2015). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). Ленинград хореография уч‑щеһын (1978; педагогтары Н.Д.Александрова, Е.В.Ширипина), БДУ‑ны (1989), А.Я.Ваганова ис. Урыҫ балеты акад. (С.‑Петербург, 2005), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2013) тамамлаған. 1978 й. алып БДОБТ солисы, 1986 й. — Омск муз. театры солисы, 2001 й. — педагог‑репетиторы, 2004 й. башлап Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы, 2005—10 йй. сәхнә практикаһы мөдире, 2012 й. — дир., бер үк ваҡытта 2007—09 йй. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте хеҙм‑ре,  2008 й. — ӨДСИ уҡытыусыһы, 2011 й. алып хореография сәнғәте каф. мөдире. В. башҡарыу оҫталығы еңеллек һәм хислелек м‑н айырылып тора.  Төп партиялары: Анель (“Ҙур вальс” — “Большой вальс”, И.Штраус), Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Урам бейеүсеһе (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус) һ.б. Уҡыусылары араһында Р.Р.Закирова, Г.Ғ.Мәүлекәсова, И.И.Маняпов, БР‑ҙың атҡ. артистары А.Н.Брынцев, В.А.Исаева. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт балеты тарихына, мәҙәниәт һәм сәнғәт белеме биреү учреждениеларында хореография дисциплиналарын уҡытыу методикаһына арналған. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡ‑ара хореография уч‑щелары (колледждары) һәм мәктәптәре фестивален (Өфө, 2013; 2016 й. алып “Кесе Нуриев фестивале”) үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы, ӨДСИ‑лә “Балет педагогикаһы” һөнәрен булдырыусы.

Хеҙм.: Башкирский балетный театр: сб. ст. Уфа, 2013; Башкирский балет. Уфа, 2014.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина