ҠОҘАЯРОВА Лилиә Ҡасим ҡыҙы (22.4.1955, Өфө), музыка белгесе, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2017). Композиторҙар союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлаған (1979), Берлин музыка һәм бейеү ин‑тында (ГДР, 1989), Музыка, йыр һәм бейеү ин‑тында (Нью‑Дели ҡ., Һиндостан, 1990) стажировка үтә. 1979 й. алып Учалы музыка уч‑щеһында,  1981—2006 йй. —  Өфөнөң 11‑се балалар музыка мәктәбендә, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта. 1991—92 йй. АҠШ‑тың 47 штатында колледждарҙа, ин‑ттарҙа һәм академияларҙа урыҫ һәм башҡорт музыкаһы, фольклоры тарихы б‑са лекциялар уҡый. Ҡ. — башҡорт музыка ғилемендәБашҡортостан музыка мәҙәниәтендә киң таралған хәҙерге жанрҙарҙың (джаз, рок музыкаһы, эстрада музыкаһы), ш. уҡ халыҡ музыкаһы һәм проф. музыканың тарихи һәм теоретик аспекттарын тикшереүгә арналған тәүге фәнни хеҙмәттәр (100‑ҙән ашыу) авторы. Рәсәй һәм башҡорт радиоһында һәм ТВ‑һында 50‑нән ашыу муз. тапшырыу (1985—95), Р.Ғ.Ҡасимов, Х.Й.Мәжитов, С.Г.Шаһиәхмәтова һ.б. ижадына арналған лекция‑концерттар циклы, кисәләр авторы һәм алып барыусыһы; халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй, респ. джаз һәм эстрада фестивалдәрендә 100‑гә яҡын концертты һәм джем‑сейшенды алып барыусы. 1976—79 йй. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йортоноң В.А.Красовский етәкс. эстрада оркестры, 1986—89 йй. О.Х.Кирәев етәкс. “Орлан” джаз‑ансамбленең солист‑вокалисы булараҡ эстрадала сығыш яһай. СССР һәм донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина