“БОРОНҒО ӨФӨ”, респ. тарихи‑мәҙәни музей‑ҡурсаулығы. Өфөлә урынлашҡан. 2011 й. музей өсөн төп мәҙәни мираҫ объекты булған федераль әһәмиәттәге “Өфө‑II ҡаласығы” (ҡара: Өфө II) археологик ҡомартҡыһын һаҡлау, популярлаштырыу һәм фәнни тикшереү маҡсатында ойошторола. 1953 й. Өфө тыуған яҡты өйрәнеүсеһе П.Ф.Ищериков тарафынан асыла. Шулай уҡ Н.А.Мәжитов, В.В.Овсянников, М.Х.Садиҡова, Ф.А.Сөнғәтов, Р.Б.Исмәғилев һ.б. ҡаҙыу эштәре алып бара. Археологик ҡомартҡының мәҙәни ҡатламы ҡалынлығы 4 м етә, ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә ҡаласыҡтың фортификация системаһы (һаҡланыу уры һәм киңлеге 11 м булған йырын) асылған, ағас түшәлгән юлдар тирәләй кварталдар яһап урынлашҡан торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары ҡалдыҡтары, тура дүртмөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡтар, баҡыр һәм тимер иретеү мейестәре, зәргәрлек оҫтаханаһы табылған.

Музей‑ҡурсаулыҡ фондында археологик, этнографик һәм палеонтологик коллекцияларға ингән 6362 музей предметы иҫәпләнә (2017). Археологик коллекцияның нигеҙен — “Өфө‑II ҡаласығы” археологик ҡомартҡыһын ҡаҙығанда табылған материалдар, ш. иҫ. затлы металдар, бронза, һөйәк, таш һәм балсыҡ әйберҙәр; палеонтологик — һуң неоплейстоцен осоро вәкилдәренең (йөнтәҫ носорог, мәмерйә арыҫланы, дала зубры, йөнтәҫ мамонт) ҡалдыҡтары; этнографик коллекцияның нигеҙен йортто һырлап биҙәү элементтары, ағас йөҙлөктәр, терәү бағаналары, традицион көнкүреш әйберҙәре һ.б. тәшкил итә. 2012 й. музей базаһында даими эшләгән археологик экспедиция ойошторола. 2014 й. филиал итеп Башҡортостан төҙөү сәнғәте музейы ҡушыла. Музей‑ҡурсаулыҡ археологик эҙләнеүҙәргә, ағастан төҙөү сәнғәтенә арналған фәнни хеҙмәттәр баҫтыра, тематик күргәҙмәләр үткәрә, экскурсиялар ойоштора, мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауына булышлыҡ итә һ.б.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина