“ЯҢАУЫЛ”с о в х о з ‑ з а в о д ы, йәшелсә‑емеш консервалары етештереү пр‑тиеһы. 1965 й. Яңауыл ҡ. Яңауыл район аҙыҡ комб‑ты базаһында “Башконсерв” ПБ‑ның Яңауыл консерва з‑ды булараҡ ойошторола, 1979 й. февр. алып “Башконсервпром” ПБ‑ның, 1979 й. авг. — БАССР‑ҙың Дәүләт агросәнәғәт ком‑ты Яңауыл район агросәнәғәт берекмәһенең Яңауыл совхоз‑заводы, 1995 й. башлап хәҙ. исемендәге ДУАХП, 1998 й. майынан Яңауыл р‑нының МУАХП, 1998 й. июненән ш. уҡ р‑ндағы М. Горький ис. АХПК‑ның эшкәртеү участкаһы, 1999 й. алып “Яңауыл консерва заводы” МУП, 2002 й. ябыла. Ер майҙаны 1343 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1192 га, сабынлыҡтар — 1 га, күп йыллыҡ ағастар — 42 га; консервалар  родукцияһының 35 төрө етештерелгән (1999).

Тәрж. Г.А.Миһранова