БАЙЫМ ИШАН (ысын исеме Байым Тәнибәков; яҡынса 1733, Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы — 1816, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Муллабайым а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байым а.), дин әһеле. Суфыйсылыҡ юлынан барыусы, ишан. Бохара ҡ. мәҙрәсә тамамлаған. 19 б. башынан Муллабайым ауылында указлы мулла, бер үк ваҡытта үҙе асҡан мәҙрәсәлә мөҙәрис. Байым ауылына нигеҙ һалыусы. Халыҡта әүлиә булараҡ танылған. Б.и. ойошторған йыйындар урыны (“Байым талы”), уның ҡәбере изге урын булып һанала. Вариҫтары араһында Б.С.Байымов, М.Ә.Байымов, Ә.Х.Байымов, М.Н.Иҫәнбаев.

Әҙәб.: Хисамитдинова Ф.Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, 1991.

Х.Х.Минһажетдинова

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика