ХӨБӨТДИНОВ Рауил Низам улы (15.12.1928, Себер крайы Зимник а. — 5.8.1997, Октябрьский ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1952). 1948—60 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Новосибирск ҡ.). Олимпия уйындарының көмөш призёры (1956). Европа һәм СССР чемп. (икеһе лә — 1957), СССР халыҡтары спартакиа даһының бронза призёры (1956). Штанга күтәреүҙә донъя рекордсыһы (8 тапҡыр, 1956—58). 1961—65 йй. “Спартак” ДСО‑һы (Октябрьский) тренеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина