ҺАҒЫҘАҠТАР, ы с ы н  һ а ғ ы ҙ а ҡ т а р (Vespidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 3 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө осрай: урман Һ., уртаса Һ., ябай Һ., ябай һары һағыҙаҡ һ.б. Инә Һ. кәүҙә (аналыҡ) оҙонлоғо 16—35 мм (ата Һ. вағыраҡ), эшсе Һ. — 12—15 мм, һирәк, шыма, тура төктәр м‑н ҡапланған. Төҫө ҡара‑һары, ҡорһағы һыҙыҡлы, күкрәгенән билбау м‑н айырылған; инә Һ. ҡорһаҡ осонда ҡаяу (үҙгәртелгән йомортҡа һалғыс) бар. Башы киң, 3 ябай күҙе була. Мыйыҡтары еңелсә бөгөлгән (ата Һ. оҙонораҡ). Ауыҙ аппараты кимереүсе һәм ялаусы. Ҡанаттары үтә күренмәле, һирәк епсәләр бар. Күбеһенсә ғаиләләре м‑н ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ҡыуыштарында йәки ботаҡтарында үҙағастың ваҡ өлөшсәләрен яңаҡтары м‑н кимереп һәм һыу, йәбешкәк шайыҡ м‑н сылатып яһалған ояларҙа (бер нисә горизонталь күҙәнәктән тора) йәшәй. Йомортҡаларын ояның күҙәнәктәренә һала. Ҡарышлауыҡтары селәүсенгә оҡшаш, аяҡһыҙ. Оя күҙәнәктәрендә ҡурсаҡлана: ҡурсаҡтарҙан эшсе Һ. (енси ағзалары үҫешеп етмәгән инә Һ.), көҙгә табан инә һәм ата Һ. сыға. Аталандырылған инә Һ. ҡышлай. БР шарттарында бер йыл эсендә бер нисә быуын үҫешә. Көндөҙ әүҙем. Оло Һ. сәскә таты, һирәгерәк бөжәктәр, уларҙың ҡарышлауыҡтары м‑н туҡлана; ҡарышлауыҡтарына сәйнәлгән бөжәктәр ашата. Урмандарҙа, урман ситтәрендә, болондарҙа йәшәй. Һ. Ҡаяуының сәнсеүе кешелә — ауыртыу, шеш, күп тапҡыр сәнсеүе — ҙур шештәр тыуҙыра, тын ҡыҫылыуға һ.б. килтерә.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова