БАШҠОРТ АТЫ, еген, менге‑еген, менге‑артмаҡлы урындағы тоҡом. Дала һәм урман типтары тоҡомдарынан килеп сыҡҡан, Башҡортостандың уртаса‑континенталь климатында йыл әйләнәһендә көтөүлектә йөрөп формалашҡан. Б.а. 17 б. алып Өфө губернаһы һәм Ырымбур губернаһында үрсетелгән, ш. уҡ Пермь губернаһы, Ҡазан губернаһы һәм Һамар губернаһында, Көнбайыш Себерҙә осраған. Хайуандар уртаса буйлы, килешле төҙөлөшлө, яҡшы үҫешкән мускулатуралы, тығыҙ конституциялы. Башы тура профилле, маңлайы киң, киҙәгәйҙәре (аҫҡы яңаҡтарының һөйәк мөйөштәре) бер-береһенән йыраҡ урынлашҡан. Муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы тәпәш, арҡаһы киң, төҙ, осаһы уртаса һалынҡы. Ялы һәм ҡойроғо ҡуйы, оҙон. Аяҡтары ҡыҫҡа, ныҡ һөйәкле, тояҡтары ҡаты. Айғырҙың уртаса үлсәмдәре: мундаһының бейеклеге — 144 см, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо — 150, күкрәк әйләнәһе — 175, енсек әйләнәһе — 19,5 см, тере ауырлығы — 460 кг; бейәнеке ярашлы рәүештә 140, 145, 170, 18, 410. Иң күп таралған төҫтәре: аҡһыл ҡола, туры, ерән, ҡола. Башҡа тоҡомдарҙан оҙаҡ йәшәүе, юғары үрсемле булыуы м‑н айырыла (ҡара: Продукция йылҡысылығы). Бейә һөтө ҡымыҙ эшләүҙә ҡулланыла. Б.а. йөк ташыу һәм а.х. эштәрендә, ат спортында, һөт һәм ит алыу өсөн ҡулланыла. Талымһыҙ, сыҙамлы, эйәр аҫтында, йөк ташыуҙа, еккелә юғары эш һәләтлелегенә эйә. Арба юлынан 700—1000 кг ауырлыҡтағы йөктө тарта ала. Кәүҙәһе оҙонса формала булғанлыҡтан, аҙымы йомшаҡ һәм һыбайлыны талсыҡтырмай. Йыл әйләнәһенә көтөүлектә (ҡара: Тибен) йөрөүгә яраҡлашҡан. Бейәләрҙә — көтөү рефлексы, айғырҙарҙа өйөр инстинкты үҫешкән (ҡара: Өйөр йылҡысылығы).

Ат башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтендә ҡулланылған. Б.а. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813— 14) юғары баһа ала. Француз ген. Ж. де Марбо үҙенең мемуарҙарында “башҡорт атлыларын бер ниндәй юл да ҡыйынһындырмай. Улар, һағыҙаҡ күсе кеүек, бөтә ерҙән килеп сығалар. Уларҙы ҡыуып етеү бик ҡыйын”, — тип яҙа. Б.а. ҡыйыу һәм ныҡышмал булыуы, һыбайлыға ышанысы, идара итеү еңеллеге, оҙаҡ ваҡыт сабып йәки юртып барыу һәләте хәрби белгестәр тарафынан юғары баһаланған. Аттарҙың сыҙамлылығы махсус күнекмәләр аша тәрбиәләнгән. 1990 й. һөт төшөү осоронда бер бейәнән уртаса һауым яҡынса 2300 кг булған “Ирендыкский” махсуслашҡан һөтлө завод тибы сығарыла. 1991 й. Б.а. халыҡ селекцияһы ысулы м‑н сығарылған тоҡом статусы бирелә. БР‑ҙа тоҡом аттары иҫәбе 8200 (2003), 2000 (2009) тәшкил итә. Б.а. м‑н тоҡомсолоҡ эштәре респ. 22 хужалығында (йылҡысылыҡ заводы №119, Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы, “Өфө” дәүләт завод ат аҙбары, Әбйәлил р‑нының “Ишҡол” ЯСЙ һәм Баймаҡ р‑нының “Төйәләҫ” ЯСЙ) алып барыла (ҡара: Йылҡысылыҡ). Б.а. үрсетеүҙең файҙалы булыуы Ауыл хужалығы институтында (Ю.С.Кинйәбаев, М.А.Лоҡманов, В.С.Мурсалимов, И.А.Сайгин, Б.С.Сатыев, И.Ә.Әхәтова һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: Сайгин И.А. Башкирская лошадь и пути её улучшения. Уфа, 1955; Свечин К.Б. Коневодство в Башкирии. Уфа, 1974.

В.С.Мурсалимов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика