ЯЛАН, ҡылсыҡһыҙ ваҡ­ күстерә сорты. 1984 й. Н.В.Руднев, Р.Й. Ғәлимуллин (БНИПТИЖиК) тарафынан ике сортты һеркәләндереп ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең гибрид популяцияһынан индивидуаль‑төркөм һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Я. урман‑дала экологик төркөмөнә ҡарай. Һабағы төҙ, бейеклеге 1,5 м, йығылмай, кәүшәк ҡыуаҡ. 52%‑ын тигеҙ итеп япраҡ ҡаплаған. Япрағы ланцет формаһында, йәшел төҫтә. Сәскәлеге — ярым ҡыҫынҡы һепертке. Орлоғо эре, аҡһыл көрән. 1000 орлоғоноң ауырлығы 4—5 г. Ҡоролоҡҡа, ҡышҡа сыҙамлы сорт, яҙ көнө һәм сабып алғандан һуң яҡшы үҫә. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 208, бесән — 70, орлоҡ — 4,2; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 10,1—10,3% сей протеин, 25,4% күҙәнәклек бар (Шишмә­ тәжрибә‑производство­ хужалығы, 1981). БР б‑са ҡулланылышҡа 1988 й. индерелгән, бөтә ауыл­ хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Р.Й.Ғәлимуллин

Тәрж.­ Г.А.Миһранова