ЯҠШЫҒОЛОВ Сафуан Суфиян улы [1871 й. апр., Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Илсеғол а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 1931 й. июле, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Яңы Яппар а.], мәғрифәтсе‑шағир. Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән а. мәҙрәсәне­ тамамлағандан һуң (1895) мулла, Яңы Яппарҙа үҙе асҡан мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Я. ижады башҡорт ­әҙәбиәте­ үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Тәүге шиғырҙары 1906–07 йй. “Фекер” (Уральск ҡ.), “Урал” гәз. ба­ҫыла. “Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәһе” (1908) китабында башҡорт зыялыһы — уҡытыусы образы тыуҙырылған. “Башҡорт хәлдәре” (1911), “Дим буйында” (1912) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарында башҡорт ерҙәрен талауға һәм тыуған яҡты колониялаштырыуға ҡаршы сығыш яһай, халыҡты прогресҡа, белемгә әйҙәй. “Күңелем ялҡындары” (1916) йыйынтығына ингән шиғырҙарында тормош мәғәнәһе, башҡорт халҡының ауыр яҙмышы т‑да уйлана. “Ҡарт иргә бирелгән башҡорт ҡыҙының зары”, “Башҡорт ҡыҙына” һ.б. шиғырҙарында ҡатын‑ҡыҙ азатлығы темаһын күтәрә. Ғәзәл,­ мәҫәл, памфлет,­ робағи,­ хитап­ һ.б. жанрҙарҙа ижад итә. Шулай уҡ балалар­ әҙәбиәте­ өлкәһендә эшләй. И.И. Дмитриев, И.А.Крылов, Л.Н.Толстой­ әҫәрҙәрен төрки ­теленә­ тәржемә­ иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Башҡорт хәлдәре: шиғырҙар. Өфө, 1994.

Әҙәб.:­ Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2 китапта. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983; Ә х м ә ҙ и е в В.И. Быуындар бәйләнеше. Өфө, 1985.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов