БАШҠОРТ АССР‑ЫНЫҢ ХАЛЫҠ СӘСӘНЕ, маҡтаулы исем. Импровизаторлыҡ сәнғәте өлкәһендә күрһәткән ҙур хеҙмәттәр өсөн бирелгән. БАССР ЮС‑ы Президиумының 1944 й. 14 апр. Указы м‑н булдырыла. Исем биреү һәм унан мәхрүм итеү Яҙыусылар союзы һәм Башҡ-н тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑ның (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) тәҡдиме б‑са БАССР ЮС‑ы Президиумы тарафынан башҡарыла. 1944 й. 18 апр. бер тапҡыр бирелә, был исемгә М.А.Буранғолов (1950 й. исемдән мәхрүм ителә, 1959 й. кире ҡайтарыла), Ф.Д.Дәүләтшин, С.Ә.Исмәғилев лайыҡ була. БАССР ЮС‑ы Президиумының 1990 й. 9 февр. Указы м‑н бөтөрөлә.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта: Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 1999.

С.Ә.Галин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика