ЯҠУТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Мораптал т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 527 кеше; 1920 — 847; 1939 — 430; 1959 — 357; 1989 — 291; 2002 — 344; 2010 — 343 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мораптал­ урта­ мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур­ өйәҙе Бөрйән улусы Яҡут/Иҫке Яҡут а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Яҡут исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 130 йортта 760 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Яҡуп­ тоҙло­ һыу­ сығанағы урынлашҡан. С.Ғ.Рахманғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов