• Печать

ЯҠУПОВ Фәрүәт Абдулла улы (20.3.1958, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Бурлы а. — 1.12.2008, Видное ҡ., тыуған яғында ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). Милиция подполковнигы (2004). Афғанстандағы (1983—85) һәм Төньяҡ Кавказдағы (1994—96) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РФ ЭЭМ‑ының Мәскәү юридик ун‑тын тамамлаған (2000). 1976—87 йй. Совет Армияһында. 1991—2003 йй. Мәскәүҙә РФ ЭЭМ органдарында эшләй: Эске эштәр баш идаралығының махсус тәғәйенләнештәге милиция отрядында отделение ком., 1993 й. алып тиҙ эш итеүсе махсус отрядтың оператив вәкиле, нояб. башлап айырыуса мөһим эштәр б‑са өлкән оператив вәкил. Герой исеменә Мәскәү өлк. Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығының тиҙ эш итеүсе махсус отрядының өлкән оператив вәкиле Я. 1994—96 йй. Төньяҡ Кавказда барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. “Шәхси батырлыҡ өсөн” (1992), Батырлыҡ (1996) орд. м‑н бүләкләнгән. Я. исеме м‑н БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а. урам аталған.

Е.А.Смирнов

Тәрж.­ М.Х.Хужин