ЯҠУПОВ Риф Исмәғил улы (6.8. 1959, Стәрлетамаҡ ҡ.), этнограф. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Өфөлә 103‑сө урта мәктәп уҡытыусыһы. 1986—89 йй., 1990—2003 йй. БДПУ‑ла, 1989 й. алып Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй: 1992—96 йй. бүлек мөдире, 2001 й. башлап фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 2003 й. алып Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. тарих һәм хоҡуҡ ф‑ты деканы, 2005 й. — ТТӘИ‑лә төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам ун‑ты проректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре этнологияға, этнос­ теорияһына, эт­ник процестарға, этник­ мәҙәниәткә, Башҡортостан ­халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорттарҙың, татар­ҙар­ҙың, типтәрҙәрҙең,­ этник тарихына, ш. уҡ тарих­ методологияһына, историографияға, ­сығанаҡтар ­өйрәнеүгә,­ этноэкологияға­ һ.б. арналған. Бер нисә этнографик ­экспедицияла ҡатнаша һәм етәксе була. 85‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1995—2003 йй. РФ Этнологтары һәм антропологтары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе, 2001 й. алып РФА‑ның Шәрҡиәтселәр йәмғиәте ағзаһы.

Х е ҙ м.: Тептяри: историко‑этнолог. очерки. К проблеме генезиса этничности. М., 2001.

Тәрж.­ М.Х.Хужин