ЯКУТОВ Иван Степанович [20.6. 1868, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Королёв а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 7.11.1907, Өфө], революция хәрәкәтеэшмәкәре. Өфө ҡала мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған (1881). 1898 й. алып Өфөлә социал‑демократик төркөм ағзаһы. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө ­тепловоздар­ ремонтлау­ за­воды) слесарь булып эшләй, унда 1900 й. башлап тимер юлсыларҙың социал‑демократик түңәрәгенә етәкселек итә. 1903— 05 йй. Иркутск губ. һөргөндә була, Себер т. юлында забастовка етәкселәренең береһе. 1905 й. 7 дек. Өфө т. юл оҫтаханаларының стачка ком‑ты базаһында Башҡортостанда тәүге Эшсе депутаттары советын (ҡара: Советтар) ойоштора һәм уның беренсе рәйесе була. Декабрҙә эшселәрҙең ҡораллы сығышы [ҡара: Революция­ (1905–07)] еңелеүгә дусар ителгәндән һуң йәшеренеп йөрөй. Харьков ҡ. ҡулға алына, Өфө төрмәһендә атыла. Я. исеме м‑н Өфөлә парк (ҡара: Якутов­ И.С.­ исемендәге ­парк) аталған, унда уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.:­ Ведерников Д.Н., Васильев С.М. Иван Степанович Якутов. Уфа, 1968.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж.­ М.Х.Хужин