БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КОРПУСЫ, 1918 й. 7 сент. Ырымбур ҡ. башҡорт хәрби шураһы бойороғо б‑са ойошторола (17 сент. Халыҡ армияһы ғәскәрҙәре б‑са бойороҡ м‑н раҫлана). Б.а.к. составына Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Ә.Б.Ҡарамышев ис. 1‑се Башҡ. кавалерия полкы, окт. алып Ғ.С.Иҙелбаев ис. 2‑се Башҡ. кавалерия полкы һәм 6‑сы Башҡ. уҡсылар полкы инә. Корпустың дөйөм иҫәбе — 7800 кеше. 25 окт. корпустың пехота берләшмәләре һәм частары уҡсылар берләшмәләре һәм частары итеп үҙгәртелә. Башҡорт ғәскәре составына, бер үк ваҡытта сент. уртаһынан Халыҡ армияһы һәм Рәсәй армияһы составына инә. Граждандар һуғышы барышында 1‑се һәм 4‑се Башҡ. пехота полктары — Орск ҡ. өсөн алыштарҙа (1918 й. сент.), 3‑сө пехота полкы — Сызрань ҡ. обороналауҙа (окт.), 1‑се, 2‑се, 4‑се һәм 5‑се Башҡ. пехота полктары, 2‑се Башҡ. кавалерия полкы Аҡтүбә фронтындағы алыштарҙа (окт.— нояб.) ҡатнаша. 16 окт. Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы штаб нач. ген.‑лейт. С.Н.Розанов бойороғо б‑са Б.а.к. таратыла, 21 окт. уның уҡсылар полктары 1‑се башҡ. уҡсылар див. (кавалерия полктары Башҡорт хөкүмәте ҡарамағында ҡала) берләштерелә. 10 нояб. Ә.Ә.Вәлидов Башҡ. ғәскәре б‑са бойороғо м‑н корпусты дивизия итеп үҙгәртеү т‑да иғлан итә. 4‑се Башҡ. пехота полкы Орск халҡынан байраҡ (1918 й. окт.) м‑н бүләкләнгән. Б.а.к. командующийы — ген.-майор, 1918 й. окт. алып ген.‑лейт. Х.И.Ишбулатов.

Әҙәб.: Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002; А.А.Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док. и материалов. В 2 ч. Ч.1. Уфа, 2005.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика