БАЙЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 41 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Таулы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 397 кеше; 1920 — 793; 1939 — 228; 1959 — 326; 1989 — 474; 2002 — 521; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 70‑се йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1860 й. тиклем) Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Этҡол һәм Яйыҡбай аа. (хәҙ. 2‑се Этҡол һәм Үрге Яйыҡбай аа.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муллабайым исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Байым ишан исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Кинйәғол булараҡ билдәле булған. 1795 й. (хәҙерге исем м‑н) 30 йортта 230 кеше йәшәгән, 1866 й. 50 йортта — 304 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.Ә.Байымов, Ә.Х.Байымов ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика