ЯКИМ БЕКБОВОВ, Б е к б о к о в, Өфө провинцияһы типтәрҙәре һәм дәүләт ­крәҫтиәндәренән (мариҙарҙан һәм удмурттарҙан) Уложенный комиссия депутаты. Уҫы ­даруғаһы Бәҙрәшбаш а. типтәре. Комиссияға керҙәштәрҙе индергән өсөн башҡорт­тарға­оброк түләүҙе бөтөрөү, һалым­ һәм ­йөкләмәләрҙе кәметеү, туй мәһәрен закон б‑са сикләү, ат пошлинаһын бөтөрөү т‑да һ.б. наказдар тапшыра. 1767 й. авг.­Мөхәмәткәрим ­Ибраһимов,­Туҡтамыш­ Ишбулатов һәм ­Әбделйәлил ­Мәҡсүтов м‑н берлектә властан артыҡ файҙаланғаны өсөн Өфө провинцияһы воеводаһы И.В.Спиридовты вазифаһынан төшөрөү т‑да Сенатҡа үтенес ебәрә. “Аҫыл һөйәктәр проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә ҡаршы сығыш яһаған депутаттарға ҡушыла. 1768 й. сент. депутат хоҡуҡтарын ваҡытлыса подпоручик Ф.Л.Задубскийға тапшыра.

Әҙәб.:­И в а н о в А.Г. Марийцы Поволжья и Приуралья (по их наказам в Уложенную комиссию 1767—1768 гг.). Йошкар‑Ола, 1993.

И.М.Васильев

Тәрж.­ М.Х.Хужин