БАЙЫҠ АЙҘАР [ысын исеме Байыҡ Аблаев, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Баймөхәмәт Байназаров; 1734, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1710; Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Монай а. (хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ улустың Мәхмүт а. (Салауат р‑ны) — яҡынса 1815], сәсән.

“Байыҡ Айҙар сәсән” ҡобайырына ярашлы, Б.А. атаһы Байназар тархан булған. Ихтилалдарҙа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)] ҡатнашҡаны өсөн Б.А., батша карателдәренең эҙәрлекләүҙәренән ҡасып, ҡаҙаҡ далаларында йәшеренеп йәшәй. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин м‑н осраша; “Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне” ҡобайыры буйынса, башҡорттарҙы Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашырға саҡыра.

Б.А. Ватан һуғышына (1812) тыуған илен һаҡларға киткән башҡ. яугирҙарын “Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны” ҡобайыры м‑н оҙата. “Байыҡ Айҙар сәсән” ҡобайыры “Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеше” һәм “Халыҡтың ир‑егеттәрҙе француздарға ҡаршы яуға оҙатҡаны” әйтеш текстарын үҙ эсенә ала. Икенсеһенең өҙөгө йыр һәм риүәйәт рәүешендә “Икенсе әрме” исеме м‑н үҙ аллы әҫәр булараҡ йәшәй. Б.А. ижади мираҫына “Байыҡ”, “Әхмәт Байыҡ”, “Байыҡ сәсән йыры”, “Егет булһаң...” һ.б. йырҙарҙы индерәләр; уның исеме м‑н ш. уҡ “Байыҡ” бейеүенең барлыҡҡа килеүен дә бәйләйҙәр. Сәсән исеменең 2‑се өлөшө “айҙар” (хөрмәтле, ихтирамлы) халыҡ тарафынан бирелә. “Байыҡ сәсән” риүәйәтеб‑са, Б.А. ҡәбере Салауат р‑ны 1‑се Иҙелбай а. янында урынлашҡан. Б.А. исеме Арҡауыл урта мәктәбенә бирелгән. 2010 й. Салауат р‑нында Б.А. 300 йыллығына арналған “Байыҡ йыйыны” фольклор байрамы үтә.

Әҙәб.: Буранғолов М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Башҡорт халыҡ ижады. 5‑се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000; Асфандияров А.З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.9. Уфа, 2001.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика