ЯҘ ҺӨЙӘРҘӘР (Plecoptera), бө­жәк­тәр отряды. 5 ғаиләһе, яҡынса 2 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 17 төрө осрай. Кәүҙәһе оҙонса, йомшаҡ, оҙонлоғо 3—30 мм, төҫө асыҡ көрәндән алып ҡараға тиклем. Ҡанат (2 пар) йәйеме 10 мм алып 80 мм тиклем, ярылы. Башы ҙур, оҙон нәҙек мыйыҡтары бар, ауыҙ аппараты йыш осраҡта редукциялана, яҫы ҡорһағы бер пар оҙон күп быуынлы епсә м‑н тамамлана. Аяҡтары йүгереүсән. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Тө­йөрсөктәргә йәбешкән йомортҡаларын тау йылғалары һәм шишмәләре төбөнә һала. Ҡарышлауыҡтары (нимфалары) һары‑ҡуңыр йәки ҡуңырһыу һоро төҫтә, кәүҙә формаһы б‑са оло Я. оҡшаш, ныҡ киртләсле яңаҡ һөйәктәре була, 30 тапҡырға тиклем төләй. Шишмәләрҙә 1—3 йыл эсендә, йылғаларҙа 4 йылға тиклем үҫешә. Имагоһы (оло бөжәктәр) 6 аҙнаға тиклем йәшәй, инә Я. йомортҡа һалғандан һуң тиҙ арала үлә. Көндөҙ һәм эңерҙә әүҙем. Иртә яҙҙа оса башлай. Яр буйындағы үҫемлектәрҙә һәм таштар аҫтында йәшәй, һирәк оса. Оло Я. бөрөләр, лишайниктар, мүктәр, ылымыҡтар, үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре һәм ҡойолған япраҡтары, ҡарышлауыҡтары детрит, ылымыҡтар, серәкәйҙәрҙең, һуҡыр себендәрҙең, һыу­мырҙарының һәм башҡа ваҡ умыртҡаһыҙҙарҙың ҡарышлауыҡтары м‑н туҡлана. Ҡарышлауыҡтары балыҡтар (европа­ бәрҙеһе, йыл­ға­ бағыры һ.б.), ҡоштар (аҡ сәпсек, һыу ­турғайы һ.б.), имеҙеүселәр (европа шәшкеһе, ҡама һ.б.) өсөн аҙыҡ булып тора; һыу ятҡылыҡтарында уларҙың булыуы — һыу таҙалығының күрһәткесе.

Р.К.Степанова

Тәрж.­Г.А.Миһранова