ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 233 кеше; 1959 — 192; 1989 — 164; 2002 — 207; 2010 — 163 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Йылайыр­ кантонында мордва һәм урыҫ крәҫтиәндәре утар булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 13 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов