“БАЙЫҠ”, башҡ. халыҡ бейеүе (яңғыҙ башҡарыла). Шул уҡ исемле йырҙың аныҡ марш ритмы, квадрат структураһы, киң һикерешле йөрөштәр м‑н айырылып тороусы көйө (тәү башлап С.Г.Рыбаков тарафынан 1892 й. яҙып алына, “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла) м‑н оҙатыла.

Риүәйәт б‑са, бейеүҙең килеп сығышы Байыҡ Айҙар исеме м‑н бәйле, ул уны Ватан һуғышынан (1812) еңеп ҡайтҡан яугирҙарға арналған. Тәүҙә бейеү героик‑эпик характерҙа була, поэтик текст, көй, драматик уйын элементтары һәм пантомиманың синкретик берлеген тәшкил итә. 19 б., эпос м‑н бәйләнешен юғалтып, үҙ аллы жанр булып үҫешә. Проф. сәхнәгә 20 б. 30‑сы йй. бейеүҙең оригиналь төрөн тыуҙырған Ғ.Ғ.Ушанов башҡарыуында сыға. Ғәҙәттә, берсә етеҙ егетте, берсә һыбайлы һуғышсыны, берсә күпте күргән, әммә дәртен юғалтмаған ҡартты юмор м‑н кәүҙәләндереүсе урта йәштәрҙәге бейеүсе тарафынан башҡарыла. Кульминацияһында хуплау ауаздары йәки таҡмаҡ м‑н оҙатыла. “Б.” бер нисә төрө бар: “Урман Байығы”, “Хәйбулла Байығы” һ.б.; М.Р.Иҙрисов бейеүҙең “Ҡарт Байыҡ” исемле үҙ вариантын тәҡдим итә. Билдәле башҡарыусылар: Й.А.Вәхитов, Ф.Ғ.Ғәбитов, К.М.Дияров һ.б. Көйө “Сыңрау торна” балетында ҡулланылған.

Әҙәб.: Нагаева Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

 

Л.И.Нагаева

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика