ЯДРЕННИКОВ Василий Иванович (19.11.1929, Урал өлк. Бродокалмакский р‑ны Борово а., хәҙ. Силәбе өлк. Красноармейский р‑ны Боровое а. — 5.12.2017, Стәрлетамаҡ ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1957). 1948—55 йй. һәм 1958 й. алып “Стерлитамакстрой” тресында: 1‑се төҙөлөш идаралығында мастер, өлкән прораб, 1958 й. башлап һәм 1967 й. — 7‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында баш инженер, 1963 й. — нач., 1979 й. алып трест идарасыһы. 1988—90 йй. “Башстрой” терр. идаралығында (Өфө) нач. урынбаҫары. Я. етәкс. респ. соц.‑мәҙәни һәм сәнәғәт тәғәйенләнешендәге объекттар, ш. иҫ. Мәҙәниәт һарайы (Стәрлетамаҡ), Белорет металлургия комбинатында 150‑се прокатлау цех‑станы, “Каустик” ПБ‑нда глицерин һәм шыйыҡ хлор, Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) изопрен һәм изопрен каучук производстволары, төҙөлә. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты, СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев