БАЙШАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 101 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 815 кеше; 1920 — 797; 1939 — 527; 1959 — 401; 1989 — 232; 2002 — 188; 2010 — 135 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Шуҡшан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала. 1795 й. 165 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 501 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 мануфактура кибете теркәлгән.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика