ЯҺАҠ КИТАПТАРЫ, яһаҡлы кешеләр һәм яһаҡтүләү т‑да мәғлүмәтте үҙ эсенә алған Себер һәм Волга буйы улустары исемлеге. Түләүселәргә түләү т‑да квитанция бирелгән. 16 б. уртаһынан — 18 б. башынан Я.к. төҙөүгә Ҡазан һарайы приказы етәкселек иткән. 1701 й. приказ архивындағы янғындан һуң аҫаба һәм финанс эштәре идаралығы Мәскәүҙән Ҡазанға күсерелгән. Өфө приказ йортоноң Я.к. Ҡазан воеводаларына тапшырылған.

Тәрж. М.Х.Хужин