ЯФАЕВ Рауэль Хәсәнйән улы (3.1. 1923, Өфө — 25.4.2008, С.‑Петербург), эпидемиолог. Мед. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). Мед. хеҙмәте полк. (1962). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1944) 1‑се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составында хәрби табип, 1945 й. алып эпидемияға ҡаршы санитария берләшмә взводы командиры. 1948 й. башлап Хәрби‑мед. акад. (Ленинград), 1971 й. — Ленинград санитария‑гигиена мед. ин‑тында (1991 й. тиклем эпидемиология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге мөһим эсәк, һауалағы тамсылар аша йоҡҡан инфекцияларҙың, А вируслы гепатиттың эпидемиологияһын өйрәнеүгә, тышҡы мөхиттә һәм сирлеләрҙә инфекцион ауырыу тыуҙырыусыларҙы табыуҙың ашығыс ысулдарына, шартлы патоген микроорганизмдар тарафынан барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә һ.б. арналған. Я. ҡатнашлығында зәңгәр эрен таяҡсаһына ҡаршы поливалент бактериофаг эшләнгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1945, 1965, 1975).

Х е ҙ м.: Восприимчивость и популяционный иммунитет в эпидемическом процессе. СПб., 1996 (авторҙ.); Эпидемиологическая диагностика. СПб., 2003 (авторҙ.); Эпидемиология. СПб., 2005 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев