ЯУБҮЛӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 121 км алыҫлыҡта Асҡыш й. (Өфө й. басс.) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 433 кеше; 1920 — 447; 1939 — 263; 1959 — 149; 1989 — 92; 2002 — 101; 2010 — 86 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Асҡын урта мәктәбе №2 филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1865 й. алып Яубүләк бүлендек ауылы булараҡ билдәле. 1896 й. 76 йортта 415 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шө­ғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исем) земство мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов