БАЙТИРӘКОВА Ләйлә Сафа ҡыҙы (3.7.1924, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ‑нда, 1950—82 йй. Мәскәү өлкә клиник ҒТИ‑нда (1960 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡан тамырҙары һәм эндокрин ауырыуҙар ваҡытында күреү ағзалары патологияһын өйрәнеүгә, балалар офтальмологияһы проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сложные офтальмологические изменения и их диагностика. М., 1965 (авторҙ.).

Г.Ю.Мыздрикова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика