“БАШҠОРТ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡорт мәркәз шураһы органы. 1917 й. 20 июленән — Ырымбур ҡ., 1918 й. 6 июненән Силәбе ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Б.” Башҡорт милли хәрәкәте идеялары пропагандалана. Шулай уҡ Башҡорт хөкүмәтенең бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары, съездарға, конф. (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары), Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы һайлауҙарына әҙерлек барышы т‑да материалдар, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. 1918 й. 20 авг. “Б.” һәм “Башҡорт тауышы” гәз. берләшеүе һөҙөмтәһендә, Башҡ. хөкүмәте “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәз. ойоштора. Мөхәррирҙәре: Х.Ғ.Ғәбитов, Инан Әбделҡадир, С.Ғ.Мирасов.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Яндекс.Метрика