ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР, этностың матди мәҙәниәте предметтарын һәм этнографик төркөмдәрҙә уның урындағы варианттарын үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙың Э.к. Академик экспедициялар, этнографик экспедициялар барышында, 18 — 21 бб. ғалимдары тарафынан тупланған. Рәсәй этнография музейында (С.‑Петербург) башҡорт этнографияһы б‑са 25 коллекция һәм яҡынса 1600 әйбер һаҡлана, уларҙың төп өлөшө С.И.Руденко тарафынан йыйылған (ҡорал, һунар, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, йөрөү саралары, традицион интерьер әйберҙәрен, башҡорт кейеме комплексын һәм айырым элементтарын, традицион биҙәүестәрҙе, традицион йыһазды, музыка ҡоралдарын һ.б., башҡорттарҙың антропологик типтарын, торлаҡ төрҙәрен, хужалыҡ ҡаралтыларын, традицион шөғөлдәрен, байрамдарын һ.б. сағылдырған фотографияларҙы үҙ эсенә ала), ш. уҡ 19 б. аҙ. — 20 б. башында П.С.Назаров, Н.А.Крыжановский һ.б. тарафынан йыйылған коллекциялар; 1948 й. СССР халыҡтары музейы (Мәскәү) тарафынан тапшырылған 19 б. аҙ. башҡорттарының этнографияһы б‑са экспонаттар (башлыса кейем, баш кейеме, ш. иҫ. башкейемдең берҙән‑бер өлгөһө, биҙәүестәр һ.б.); ТТӘИ‑нең Башҡортостан терр‑яһындағы этнографик экспедицияһы барышында СССР халыҡтары этнографияһы дәүләт музейы хеҙм‑рҙәре Т.А.Крюкова (1955—56), С.А.Авижанская, Е.Н.Котова һәм Л.М.Лойко (1980) тарафынан әҙерләнгән башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, ш. иҫ. туҡыусылыҡ, бәйләү, тула баҫыу, балаҫ һуғыу һ.б. әйберҙәр, коллекциялары, баш­ҡорттарҙың традицион хужалығы һәм көнкүрешенең төрлө яҡтарын сағылдырған фотография материалдары һаҡлана. Дәүләт тарих музейында (Мәскәү) В.Н.Белицер экспедицияһы барышында йыйылған башҡорт халыҡ ижады һәм көнкүреше материалдары (24 предмет), Уйынсыҡтар музейында (Сергиев Посад ҡ.) балалар уйынсыҡтары һаҡлана. Бөйөк Пётр ис. Антропология һәм этнография музейында (С.‑Петербург) экспедициялар барышында П.С.Паллас (1774; зәргәр биҙәүестәр, ҡатын‑ҡыҙ ҡалпағы һ.б.), А.К.Марков (1890; һырлап биҙәлгән ағас сылбыр), П.И.Небольсин (1891; һырлап биҙәлгән ижау), Н.Ф.Арепьев (1912; туҡымалар коллекцияһы, ир‑егет һәм ҡатын‑ҡыҙ кейеме, баш һәм аяҡ кейемдәре һ.б.), Д.К.Зеленин (1965 й. тапшырылған; эш ҡоралдары, сигелгән таҫтамалдар, һарауыстар) һ.б. тарафынан йыйылған 8 коллекция, 101 әйбер һаҡлана. Эрмитажда (С.‑Петербург) көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән түшелдерек, “Царицыно” музей‑ҡурсаулығында (Мәскәү) 5‑тән ашыу әйбер һаҡлана. Ырымбур крайының Боронғо әйберҙәр музейында (1897 й. Ырымбур ҡ. архив комиссияһы тарафынан асылған; хәҙ. Ырымбур өлкә тарих‑крайҙы өйрәнеү музейы) баш­ҡорттарҙың һәм крайҙың башҡа халыҡтарының этнографияһы б‑са коллекциялар урынлаштырылған. Венгрия этнография музейында (Будапешт) 1909 й. Ырымбур һәм Пермь губерналары буйлап сәйәхәт иткәндә Д.Месарош тарафынан йыйылған 225 әйбер һәм 86 фотография (ш. иҫ. көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙа тирмә йыйыу һәм ҡороу) һаҡлана. БР Милли музейында башҡорт халҡының традицион йәшәү рәүешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған башҡорттарҙың этнографияһы б‑са даими экспозиция [эш ҡоралдары, ат егеү кәрәк‑ярағы, ҡымыҙ, ҡорот, бал (ҡара: Батман) йөрөтөү һәм һаҡлау өсөн һауыттар, туҡылған балаҫтар, шаршауҙар; 19 б. аҙ. — 20 б. башы этнографик фотографиялары; музейҙың һирәк экспонаттары араһында ҡолаҡсын, ҡәмәр һ.б. бар ] эшләй. Нестеров М.В. исемендәге художество музейындағы Э.к. (580‑гә яҡын әйбер) эсенә биҙәкле туҡыу, һырлап биҙәлгән ижау өлгөләре инә. Археология һәм этнография музейында хужалыҡ эшмәкәрлегенең төрлө әйберҙәре, тиренән, ағастан, үрелгән, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, интерьеры реконструкцияланған кейеҙ тирмә күрһәтелә. Н.В.Бикбулатов, С.Х.Долотказина, Н.Ф.Ғәйнуллина тарафынан йыйылған түш биҙәүестәре коллекцияһы (көмөш тәңкәләр, сулпылар, мәрйендәр, быяла һәм ярым ҡиммәтле таштан яһалған муйынсаҡтар м‑н биҙәлгән 17 әйбер) айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. БДУ эргәһендәге (1985 й. Р.З.Йәнғужин тарафынан асылған) Этнография музейында малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, ҡорал, музыка ҡоралдары б‑са бүлектәр бар. БР музей фондтарында башҡорт Э.к. туплауға Бикбулатов, М.Ғ. Муллағолов, Л.И.Нагаева, С.Н.Шитова һ.б. ҙур өлөш индерә. Башҡорт Э.к. БР‑ҙың һәм РФ‑тың дәүләт, йәмәғәт, ауыл һ.б. музейҙарында һаҡлана.

Әҙәб.: А в и ж а н с к а я С.А., К у з е е в Р.Г. Этнографические коллекции по башкирам Государственного музея этнографии народов СССР //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1962. Т.1; С т а н ю к о в и ч Т.В. Каталог коллекций отдела Европы МАЭ //Сборник Музея антропологии и этнографии. Л., 1982. Т.38.

Е.Е.Нечвалода

Тәрж. М.Х.Хужин