ЭТНОГЕНЕЗ (этнос һәм ...генез), этник берлектәрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү процесы; этностың этник тарихының башланғыс этабы. Этник процестар барышында төрлө этник компоненттар ассимиляциялана йәки этнографик төркөмдәр һәм этник төркөмдәр бүленә. Э. барышында тәбиғи‑геогр. шарттар, соц.‑иҡт. үҫеш кимәле йоғонтоһонда хужалыҡ‑мәҙәни типтар, этник үҙаң, тел, этник мәҙәниәт һ.б. формалаша. Этнологияла археография, археология, антропология, сағыштырма‑тарихи тел ғилеме һ.б. материалдары нигеҙендә башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр, төрки теорияһы барлыҡҡа килә, 20 б. иран теорияһы тәҡдим ителә.

Башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһы, Ф.И. Страленберг, В.Н.Татищев, Ш.Э.Уйфальви, Д.А.Хвольсон тикшеренеүҙәрендә нигеҙләнә, М.И.Өмөтбаев, Ж.Ғ. Кейек­баев, венгр тикшеренеүселәре Э. Мольнар, Д.Дечи, Ю.Ф.Немет һ.б. тарафынан эшләнә. Теория нигеҙендә — венгр хроникалары, Юлиан, Плано Карпини, В.Рубруктың Волга й. аръяғында йәшәгән венгрҙар (ҡара: Боронғо венгрҙар) һәм башҡорт теленең мадьяр теленә оҡшашлығы; Балхи, Джейхани, Рәшитетдин, Якут һ.б. венгрҙарҙың ике төркөмө т‑дағы мәғлүмәттәре ята, уларҙың береһе Дунай й., икенсеһе Волга й. м‑н Урал й. араһында (ҡара: Бөйөк Венгрия) йәшәгән. Теорияға ярашлы, мадьяр ҡәбиләләре, ш. иҫ. юрматы һәм йәнәй ҡәбиләләре, башҡорттарҙың формалашыуында төп компоненттарҙың береһе була. Уғыр телле берлек тарҡалғандан һуң, венгрҙарҙың ата‑бабалары Башҡортостанды һәм сиктәш көньяҡ, көнбайыш өлкәләрҙе үҙ эсенә алған терр‑яла йәшәгән. 1‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. халыҡтың бер өлөшө (хәҙ. венгрҙарҙың ата‑бабалары) көньяҡҡа, һуңынан көнбайышҡа күсенә, бер өлөшө (башҡорттар) Көньяҡ Уралда төпләнә. Хвольсон фекере б‑са, башҡорттарҙың үҙ атамаһы формаларының береһе “баджгард” (ҡара: Башҡорт) этнонимы булған, уның трансформацияһы һөҙөмтәһендә көнсығышта “башкарт”, көнбайышта “маджгар” формаһы барлыҡҡа килгән, һуңынан ул “мадьяр” формаһына күскән.

Башҡорттарҙың килеп сығышының төрки теорияһы, П.И.Рычков, И.И.Георги, В.М.Флоринский, Н.М. Малиев тикшеренеүҙәрендә нигеҙләнә, С.И.Руденко, Н.В.Бикбулатов, Р.Ғ.Кузеев, Н.А.Мәжитов һ.б. тарафынан эшләнә. Теория нигеҙендә — башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауы т‑да Ибн Фаҙлан, Масуди, Иҙриси, Мәхмүт Ҡашғари мәғлүмәттәре, шәжәрәләр һ.б. ята. Руденко фекере б‑са (тәүге тапҡыр башҡорттарҙың Э. тикшереү өсөн этнография, антропология, археология, тарих һәм этнолингвистика мәғлүмәттәрен йәлеп итеп комплекслы ысул ҡуллана), б.э.т. 2‑се мең йыллыҡта Башҡортостан терр‑яһында европеоид антропологик тибына ҡараған ҡәбиләләр йәшәгән. 1‑се мең йыллыҡ башында Көньяҡ Уралға көнсығыштан монгол тибындағы ҡәбиләләр күсеп килә, урындағы халыҡ м‑н ассимиляция һөҙөмтәһендә башҡорттарҙың төп этник билдәләре (физик тип, тел, хужалыҡ эшмәкәрлеге һ.б.) формалаша. Кузеевтың “Башҡорт халҡының килеп сығышы: этник составы, урынлашыу тарихы” хеҙмәтендә башҡорттарҙың Э. этаптары айырыла: 1) 1‑се мең йыллыҡ уртаһынан Һырдаръя й. басс. һәм Арал буйында байлар, бишул, бөрйән, көҙәй, тамъян, түңгәүер, үҫәргән һ.б. башҡорт ҡәбиләләре төркөмдәренең; 8 б. — 9 б. башында Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы районында бүләр, ғәйнә, йәнәй, юрматы, юрмый ҡәбиләләренең; Урал буйында һәм Ағиҙел й. урта ағымы басс. өпәй, терһәк, һыҙғы, ыуаныш һ.б. башҡорт ҡәбиләләре төркөмдәренең формалашыуы; 2) 9—10 бб. башҡорт ҡәбиләләренең көньяҡтан Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһенә күсенеүе, унда болғар‑мадьяр һәм фин‑уғыр ҡәбиләләре м‑н үҙ‑ара бәйләнеш һөҙөмтәһендә башҡорт ҡәбиләләренең этник берлеге барлыҡҡа килеү; 3) ҡәбиләләр йәшәгән терр‑яларҙың киңәйеүе, көнсығыштан төрки телле яңы күскенсе төркөмдәрҙең (әйле, һарт, мырҙалар һ.б.) килеүе һәм 11 б. — 13 б. башында башҡорт ҡәбиләләренең бер өлөшөнөң тау‑урман райондарына һәм Ағиҙел й. түбәнге ағымына күсеүе; 4) 13 — 14 бб. ҡыпсаҡтарҙың Башҡортостан терр‑яһына күсенеүе; 5) этник процестарҙың тотороҡлоланыуы, 15 — 16 бб. башҡорттарҙың берләшеү процесы тамамланыуы.

Башҡорттарҙың килеп сығышының иран теорияһы, М.С.Акимова, Р.М.Йосопов тикшеренеүҙәрендә нигеҙләнә. Теория нигеҙендә — башҡорттарҙың антропологияһы һәм Көньяҡ Урал халыҡтарының палеоантропологияһы, фонетика, гидронимика (иран сығышлы тип фараз ителгән Һаҡ, Һаҡмар, Һүрәм, Өршәк йй. атамаларында һ, ҡ, ҙ, ҫ фонемалары булыуы) һ.б. б‑са сағыштырма тикшеренеү һөҙөмтәләре ята. Башҡорттарҙың формалашыу процесында төп элемент булараҡ иртә тимер быуатта йәшәгән һинд‑иран ҡәбиләләре айырып күрһәтелә, улар б.э.т. 3 б. — б.э. 4 б. Көньяҡ Уралда йәшәгән. Акимова фекере б‑са, улар м‑н башҡорттарҙың понтий антропологик тибының килеп сығышы бәйле. Йосоповтың краниологик тикшеренеүҙәренә ярашлы, көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙың морфологик мәғлүмәттәре Яңы Мораптал, Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары, Филипповка ҡурғандарынан алынған иртә тимер быуат палеоантропологик материалдарына яҡын. Башҡорттарҙың һәм савромат мәҙәниәте, сармат мәҙәниәте халыҡтарының традицион ерләү йолаларында оҡшашлыҡ күҙәтелә, ул ныҡлы үҙгәрештәргә дусар ителмә­гән ҡайһы бер башҡорт ырыу‑ҡәбилә төркөмдәренең урындағы тамырҙары булыуы т‑да иҫбат итә.

Әҙәб.: К у з е е в Р.Г. К этнической истории башкир в конце I — начале II тыс. н.э. (опыт сравн.‑ист. анализа шежере, ист. преданий и легенд) //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1968. Т.3; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006; История башкирского народа. В 7 т. Т.1. Уфа, 2009.

З.Д.Ҡорманаева, Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин