ЭТНОАРХЕОЛОГИЯ, археологик һәм этнографик мәғлүмәттәр нигеҙендә халыҡтарҙың матди мәҙәниәтен өйрәнгән фән. 20 б. уртаһында барлыҡҡа килә. Башҡортостанда Э. объекттары — 13 —18 бб. археологик ҡомартҡылары һәм этнографик экспедициялар барышында йыйылған 19 — 20 бб. башҡорт этнографияһы материалдары. Археологик экспедициялар барышында тирмә тибындағы бер нисә торлаҡ ҡоролмаһы, эш ҡоралдары (бысаҡтар, һарыҡ йөнө алыу өсөн ҡайсылар, онтағыстар, ағас эшкәртеү ҡоралдары, ураҡтар), ҡорал (уҡ башаҡтары, һөңгө остары, һаҙаҡтар), ат егеү кәрәк‑ярағы (ауыҙлыҡтар, өҙәңгеләр, ҡаптырмалар һ.б.), биҙәүестәр (беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар, һырғалар), көҙгөләр, тәң­кәләр табылған. Археологик һәм этнографик мәғлүмәттәрҙе сағыштырыу улар араһындағы үҙ‑ара бәйләнеште, краниология мәғлүмәттәре — башҡорттарҙың антропологик типтарын (ҡара: Антропология) реконструкцияларға, башҡорт этносының формалашыу процесын (ҡара: Этногенез), этник тарихын, халыҡ миграцияһын, этник ассимиляцияны һ.б. этник процестарҙы, Башҡортостан терр‑яһында хужалыҡ һәм соц.‑мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе асыҡ­ларға мөмкинлек бирә. Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов, Р.М.Йосопов, А.Ф. Йәминев һ.б. эшмәкәрлеге Э. арналған.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин