ЭТНИК ҮҘАҢ, кешенең билдәле этносҡа ҡарауын аңлауы; этник ҡиммәттәргә, туған телгә, мәҙәниәткә (ҡара: Этник мәҙәниәт) тартылыуы, тарихи яҡтан формалашҡан йәшәү терр‑яһы. Э.ү. этносҡа хас булған идеологияны, донъяға ҡарашты, инаныуҙарҙы сағылдыра. Этник тарих барышында формалаша, халыҡтың этнос булараҡ төп билдәләренең береһе булып тора (халыҡ иҫәбен алыуҙа һәм статистик иҫәптең башҡа формаларында ҡулланыла). Э.ү. юғалтыу этник ассимиляцияға килтерә. Э.ү. тышҡы билдәләнеше булып этноним (ҡара: Этнонимика) иҫәпләнә, уның элементтары йолаларҙа, традицияларҙа, фольклорҙа, муз.‑шиғри һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә, художестволы әҫәрҙәрҙә теркәлә. Философия, этнология, этика, этнопедагогика, этнопсихология һ.б. өйрәнеү объекты булып тора. Башҡорттарҙың Э.ү. формалашыуында башҡорт ҡәбиләләренең 9 б. Башгирд етәкселегендә хәрби‑сәйәси союзға берләшеүе, ҡәбиләләр өсөн берҙәм булған башҡорт этнонимының таралыуы мөһим роль уйнай. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң барған сәйәси, соц. һәм этник процестар башҡорт халҡының артабанғы этник тупланыуына йоғонто яһай. Этник терр‑яла (ҡара: Башҡортостан) башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын нығытҡан жалованный грамоталар юридик яҡтан рәсмиләштерелә. 20 б. дәүләт атрибуттары (дәүләт гербы, дәүләт флагы) булған милли‑терр. автономия ойошторолоу башҡорттарҙың үҙаңын, мәҙәниәтен, телен, динен һ.б. һаҡлауға булышлыҡ итә. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. алып республикала һәм унан ситтә (башҡорттар тупланып йәшәгән урындарҙа) ижтимағи мөнәсә­бәттәрҙең үҙгәреүенә бәйле Э.ү. үҫеше әүҙемләшә, башҡорт тарихи‑мәҙәни үҙәктәре, башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре ойошторола, традицион һөнәрҙәр, кәсептәр һ.б. тергеҙелә.

Әҙәб.: Зарипов А.Я., Файзуллин Ф.С.Этническоесознаниеиэтническоесамосознание. Уфа, 2000; Файзуллин Ф.С., Асылгужин Р.Р. Этничность и этническая идентичность. Уфа, 2005.

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Х.Хужин