ЭТНИК ТӨРКӨМДӘР, башҡорттарҙа этностың традицион мәҙәниәттә, телдә үҙенсәлектәре булған һәм этник үҙаңын һаҡлаған территориаль яҡтан айырымланған өлөшө. Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе терр‑яһында Кама‑Ыҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары, Ырымбур башҡорттарының Э.т. айырыла. Э.т. крайҙы колониялаштырыу, дәүләттең ер сәйәсәте, халыҡ миграцияһы, күскенселек хәрәкәте һ.б. һөҙөмтәһендә формалаша. 18 б. аҙ. алып Башҡортостанды адм‑терр. бүлеү барышында (ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош) башҡорт этносының бер өлөшө Ырымбур губернаһынан ситтә ҡалдырыла һәм Вятка губернаһы, Ҡазан губернаһы, Пермь губернаһы, Һарытау губернаһы, 1851 й. алып ш. уҡ Себер губернаһы (Урал аръяғы), Һамар губернаһы; артабан 20 б. 30 — 40‑сы йй. БАССР‑ҙан ситтә ҡалдырыла һәм Ҡурған өлкәһе, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Татарстан, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе составына индерелә. Тәүҙә башҡорттар тупланып йәшәгән урындарҙа ырыуын, ҡәбиләһен, традицион башҡорт мәҙәниәтенең төп һыҙаттарын, этник үҙаңын, телен һаҡлаған ҙур булмаған Э.т. айырыла. Э.т. эсендә эндогамия күҙәтелә. Э.т. бер өлөшөнә ҙур этностар (урыҫтар, татарҙар һ.б.) м‑н ассимиляцияланыу, хужалыҡта һәм мәҙәниәттә үҙләштереүҙәр хас; этнос‑ара никахтар таралыу ала.

Әҙәб.: Кузеев Р.Г., Бабенко В.Я., Моисеев Н.Н. Этнографические и этнические группы в новое и новейшее время //Этнические процессы в Башкирии в новое и новейшее время. Уфа, 1987; Кузеев Р.Г., Бабенко В.Я. Этнографические и этнические группы (и проблема гетерогенного этноса) //Этнос и его подразделения. М., 1992; Ю с у п о в Р.М. Этнология башкир на рубеже тысячелетий (демография, история, этнонимия) //Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Уфа, 2006.

М.М.Маннапов

Тәрж. М.Х.Хужин