ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ, билдәле этносҡа хас матди һәм рухи мәҙәниәт элементтары йыйылмаһы. Этногенез һәм этник тарих барышында формалаша, этностың төп билдәләренең береһе булып тора. Башҡорттарҙың традицион Э.м. йолалар, традициялар, тел (ҡара: Башҡорт теле), дин, йола хоҡуғы нормалары, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, фольклор, башҡорт әҙәбиәте, халыҡ музыкаһы, халыҡ бейеүҙәре, кейем‑һалым (ҡара: Башҡорт кейеме), туҡланыу традициялары (ҡара: Башҡорт аш‑һыуы), торлаҡ, йөрөү саралары, һөнәрселек һ.б. инә. Хужалыҡ үҫешенең төп йүнәлештәре, Башҡортостандың геогр. шарттары һәм тәбиғәт ресурстары башҡорттарҙың этнографик төркөмдәренең мәҙәни йөҙөн, кейем‑һалым, тел (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары), торлаҡ һ.б. терр. үҙенсәлектәрен булдырыуға булышлыҡ итә. Башҡорттарҙың Э.м. күсмә (ҡара: Күсмә тормош), һуңынан һунар, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре м‑н ярым күсмә һыйырсылыҡ үҫеше шарттарында формалаша. Яйлап ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә күсеү башҡорттарҙың Э.м. үҙгәреүенә булышлыҡ итә. Башҡорт йәйләүҙәре һәм утарҙар урынында ауылдар төҙөлә башлай, баҫыу эштәре тамамланғас йәйләүгә сыҡҡандар. Егеүле транспорттың, һыуҙа йөрөү сараларының, ер эшкәртеү ҡоралдарының һ.б. яңы төрҙәре барлыҡҡа килә. Революциянан (1917) һуң традицион һәм дини байрамдар үткәреү тыйыла, ауыл хужалығын индустриялаштырыу һәм механизациялау барышында традицион хужалыҡты алып барыуҙың күп алымдары юғала. 20 б. уртаһынан Башҡортостанда халыҡ байрамдары, йолалар үткәреү традициялары, ауылдарҙа һөнәрҙәр тергеҙелә, бер үк ваҡытта ҡалала йәшәгән башҡорттарҙың (ҡара: Урбанизация) Э.м. формалаша. 20 б. аҙ. алып — 21 б. башында республикала башҡорттарҙың традицион Э.м. тергеҙеү б‑са милли сәйәсәт ғәмәлгә ашырыла.

Әҙәб.: Руденко С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006; Янгузин Р.З., Хисамитдинова Ф.Г. Коренные народы России. Башкиры. Уфа, 2007.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин