ЭШҺЕҘЛЕК, иҡт. әүҙем халыҡтың бер өлөшөнөң хужалыҡ эшмәкәрлегендә мәшғүл булмауы. Тәбиғи (ҡулайлы эш урынын эҙләү м‑н бәйле), ҡабатланған (производствоның иҡт. үҫеше түбәнәйеүгә бәйле), ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙаҡҡа һуҙылған Э. айырыла. Асыҡ (рәсми Э.), йәшерен (халыҡтың өлөшләтә мәшғүллеге) һәм күсмә формаларҙа була. Эш эҙләгән һәм хеҙмәт биржаһында теркәлгән эшкә яраҡлы шәхестәр рәсми эшһеҙ тип иҫәпләнә.

Э. барлыҡҡа килеүенә йәмғиәттәге хеҙмәт бүленеше булышлыҡ итә. 1925 й. Өфө хеҙмәт биржаһында 3,6 мең эшһеҙ кеше, 1928 й. — 7,0 мең кеше, ш. иҫ. 52% ир‑егет һәм 48% ҡатын‑ҡыҙ; 25% квалификациялы эшсе, 19% ярым квалификациялы һәм 56% квалификацияһы булмаған эшсе теркәлгән. 30‑сы йй. аҙ. хеҙмәт биржалары ябыла, эшкә урынлаштырыу урындағы власть органдары тарафынан алып барыла. Баҙар иҡтисадына күсеү осоронда статистик отчёттарҙа рәсми Э. т‑да мәғлүмәттәр яңынан теркәлә башлай. 90‑сы йй. БР‑ҙа Э. халыҡ миграцияһы (1995 й. — 23,7 мең, 1999 й. — 10,7 мең кеше), хеҙмәт баҙарына талап ителмәгән белгестәрҙең килеүе (1999 й. БР уҡыу йорттарын тамамлаусы 66,2 мең кеше булғанда пр‑тиеларға 6,9 мең белгес талап ителгән), сәнәғәт производствоһының БР‑ҙың иҡт. төбәктәре б‑са тигеҙ бүленмәүе (Ағиҙел, Белорет, Ишембай, Межгорье, Мәләүез, Күмертау ҡҡ. Э. кимәле республика б‑са уртаса кимәлдән байтаҡҡа юғары булған) иҫәбенә арта. 2018 й. башында БР‑ҙа рәсми эшһеҙҙәр һаны 20,7 мең кеше, йәки иҡт. әүҙем халыҡтың 1,0%‑ын тәшкил итә (макс. кимәле 1998 й. — 72,6 һәм 4,1); эшһеҙҙәрҙең уртаса йәше — 36,0 (мәш­ғүл халыҡтың уртаса йәше — 40,0); бер вакансияға теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 6,0 кешенән (1999) 0,5 кешегә тиклем кәмей. Иҡтисадҡа эшсе көсө килеүен һәм халыҡты соц. яҡлауҙы координациялау маҡсатында БР ҡалаларында һәм райондарында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ойошторола.

Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов