ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ, айырым халыҡ төркөмөнөң ҡатлам өҫтөнлөктәре һәм бурыстарын (ҡара: Казак ҡатламы), йәки этностың ҡатлам статусын алыуға бәйле бүленә. Э.ҡ.т. этник (мәҙәни‑тел) һәм соц. берлек араһында билдәле булмаған урын биләй. Термин 20 б. аҙ. Р.Ғ.Кузеев тарафынан индерелә. Ҡатлам бер этностың, мәҫ., башҡорт йәки татарҙың, күп булыуы осрағында төрлө телле халыҡтарҙың күсенеүе һөҙөмтәһендә периферия­лағы этнографик төркөмдәр барлыҡҡа килеү барышында формалаша ала. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы шарттары башҡорттарҙың ҡатлам булараҡ формалашыуына башланғыс бирә, ул яһаҡ түләү һәм хәрби хеҙмәт үтәү (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) шарттарында жалованный грамоталар м‑н нығытылған аҫабалыҡ хоҡуғында ер биләүгә (Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) нигеҙләнгән. “Башҡорттар тураһында положение” б‑са хәрби хеҙмәт бөтөрөлә, башҡорттар ирекле ауыл кешеләре ҡатламына күсерелә. Керҙәштәр иҫәбенән типтәрҙәр Э.ҡ.т. формалаша, ул яйлап этник берлек билдәләрен ала. 16 б. аҙ. алып керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә Рәсәйҙең үҙәк райондары һәм Волга буйы халыҡтары вәкилдәре (мариҙар, мишәрҙәр, мордвалар, сыуаштар, татарҙар, удмурттар), ш. уҡ башҡорт ихтилалдарында (17 — 18 бб.) ҡатнашҡан өсөн аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән башҡорттар күсеп ултыра.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин