БАШҠОРТ, башҡорттарҙың үҙ атамаһы. Этноним ғәрәп сәйәхәтселәре һәм географтары Сәлләм Тәржемән, Балхи (“башджард”, “башджар”, “басхарт”), Истахри, Масуди (“баджгард”), Ибн Фаҙлан, Гардизи (“башджурт”), Мәхмүт Ҡашғари (“башгырт”), Иҙриси (“басджирт”), Яҡут (“баш джирд”, “баш кирд”), Европа сәйәхәтселәре Плано Карпини (“баскарт”), В.Рубрук (“паскатир”) һ.б. хеҙмәттәрендә телгә алына. 15—16 бб. алып урыҫ сығанаҡтарында, нигеҙҙә, йылъяҙмаларҙа — “башкирец”, 18 б. “башкир” формаһы даими телгә алына. 18—20 бб. дауамында “Б.” этнонимының төрлө телдәрҙә 160‑ҡа тиклем яҙылышы һәм яҡынса 40 төрлө аңлатмаһы күрһәтелә, уларҙың күпселеге был һүҙҙе төрки сығышлы тип иҫәпләй. Һүҙҙең 1‑се өлөшө “баш”, “башҡа”, “буҙ” булараҡ аңлатыла; 2‑сеһе — “ҡорт” (“бал ҡорто”, “бүре”), “йорт” (“ил”) йәки “урҙа”. “Б.” этнонимын “Башкаус й. буйындағы кешеләр” (Таулы Алтай) йәки “уғыҙҙарҙың бажалары” тип аңлатыусы версиялар билдәле. Иң таралған 3 фараз бар: 1) “баш” (“башлыҡ”) + “ҡорт” (“бүре”) — “баш бүре”, “юл күрһәтеүсе бүре”, “юлбашсы бүре”, “ырыу башлығы” (фараз башҡорттарҙың мәжүси инаныуҙарына бәйле; ҡара: Бүре культы); 2) “баш” (“башлыҡ”, “башлап барыусы”) + “ҡор” (“кешеләр төркөмө”, “ҡәбилә”) + “-т” (иран һәм монгол телдәрендә күплекте, йыйылмалыҡты аңлатыусы ялғау) — “баш ҡәбилә”, “халыҡ”; 3) “баш” (“башлыҡ”) + “ҡорт” (“бал ҡорто”) — “баш ҡорт”, “ҡортсо” (фараз башҡорттарҙың традицион шөғөлө — солоҡсолоҡ м‑н бәйле). “Б.” этнонимы 9 б. 1‑се ярт. хәрби-сәйәси союзға берләшкән башҡ. ҡәбиләләре юлбашсыһының исеменән барлыҡҡа килгән, тигән ҡараш киң таралған. Был фекерҙе түбәндәге дәлилдәр раҫлай: 1) алдағы фараздарҙың бөтәһе лә тиерлек тотош халыҡҡа түгел, айырым кешегә ҡарата ғына әйтелә ала (“баш ҡортсо”, “баш бүре”); 2) башҡ. этносына ҡараған һәр ҡәбиләнең үҙ атамаһы (бөрйән, ғәйнә, ҡыпсаҡ, табын, тамъян, үҫәргән, юрматы һ.б.) һәм тотороҡло ырыу-ҡәбилә этник үҙаңы булған. Ырыуҙар үҙҙәрен юғарыраҡ кимәлдәге дөйөм исем м‑н атаһын өсөн, уларҙы бер бөтөн итеп берләштергән дөйөмлөк хасил булыуы шарт. 9 б. 1‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 10 б. 1‑се ярт.) Башҡорт етәкс. барлыҡҡа килгән хәрби-сәйәси (дәүләт) берләшмә ошондай дөйөмлөк була. Һөҙөмтәлә ул башҡ. этносының ядроһына әүерелә; 3) антропонимдың этнонимға әүерелеүе күсмә халыҡтар араһында йыш осрай (Үзбәк — үзбәктәр, Нуғай — нуғайҙар, Ғосман — төрөк-ғосмандар, Яраб — ғәрәптәр һ.б.).

Н.В.Бикбулатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика