ЭТҠОЛ 2‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Таулы, Рәжәп йй. (Һаҡмар й. басс.) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 974 кеше; 1920 — 615; 1939 — 2037; 1959 — 1003; 1989 — 1034; 2002 — 1012; 2010 — 853 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Айытҡужа (тәүге төпләнеүсе Айытҡужа Иҫәнгилдин исеме б‑са) исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. уртаһынан Этҡол (Этҡол Айытҡужин исеме б‑са) булараҡ иҫәпкә алынған. Шулай уҡ Үрге Этҡол булараҡ теркәлгән. 1795 й. 69 йортта 501 кеше йәшәгән, 1866 й. 130 йортта — 858 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ 6 һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Б.С.Байымов, Ш.Ш.Ғәбдиев, Ғ.Д.Ибраһимов, М.Н.Иҫәнбаев, Р.Р.Рәхимов, З.И.Хәлилов, Х.Х. Әлмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов