ЭТҠОЛ, Ю л д а ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡ­мар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 529 кеше; 1920 — 604; 1939 — 442; 1959 — 386; 1989 — 386; 2002 — 422; 2010 — 383 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башлан­ғыс мәктәп (Абҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1795 й. 42 йортта 227 кеше йәшәгән, 1866 й. 58 йортта — 353 кеше. Малс‑ҡ, иген­селек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ тирмән теркәлгән. З.Т.Бикбулатов, Р.К.Ибраһимов, Ә.Ш.Ҡыуатова ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов