ЭТКӨСӨК, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Нөгөш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 364 кеше; 1920 — 431; 1939 — 377; 1959 — 341; 1989 — 281; 2002 — 286; 2010 — 235 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Восточный урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәнкем‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Старшина ярҙамсыһы Эткөсөк Санғошов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Түб. Эткөсөк булараҡ теркәлгән. 1865 й. 90 йортта 524 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ ағас склады, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов